Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына (национальный проект “Безопасные и качественные автомобильные дороги”) һәм уның составына ингән “Төбәк һәм урындағы юл селтәре” төбәк проектына ярашлы, быйыл Башҡортостанда төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы әһәмиәттәге 148 километрҙан ашыу автомобиль юлын, дөйөм оҙонлоғо 802 погон метрлыҡ биш күперҙе төҙөкләндереү күҙаллана.
– “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” федераль проекты 2025 йылға илдең ҡала агломерацияһындағы юл селтәрҙәренең 85 процентын норматив хәлгә килтереүгә йүнәлтелә. Башҡортостанда 2024 йылға төбәк юл селтәрҙәренең 57 процентын һәм ҡала агломерациялары юлдарының 80 процентын тәртипкә килтереү планлаштырыла, – тине республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Клебанов.
Өфө ҡала агломерацияһында милли проект буйынса 30 объектта, дөйөм оҙонлоғо 50,9 километрлыҡ участкала төҙөкләндереү эштәре башҡарыу ҡарала. Стәрлетамаҡ агломерацияһы планына ла 24,2 километрлыҡ юл һәм 21 объект индерелгән.
Быйыл шулай уҡ күләмле проекттарҙы тормошҡа ашырыу дауам итәсәк. Улар иҫәбендә – Өфө ҡалаһы Октябрь районының Зинин ауылы эргәһендәге юл айырсаһы, Бөрө–Таҙтүбә–Һатҡы автомобиль юлы, Өфөнән Көнсығыш сығыу юлы. Өфөнөң Киров районындағы Эшсе хәбәрселәр урамында юлды яңыртыу, Бейеклек һәм Академик Ураҡсин урамдарында юл һалыу 2024 йылға тиклем барасаҡ.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.infо