Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Һәр баланың уңышы” төбәк проектына ярашлы, Республика балалар технопаркы М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Физика, математика, һанлы һәм нанотехнологиялар институты менән берлектә 2023 йылдың 13 февраленән 13 мартына тиклем спорт программаһы буйынса республика олимпиадаһы үткәрә.
Олимпиада ике этапта үтә: 1-се этап (һайлап алыу) 2023 йылдың 13 февраленән 13 мартына тиклем дистанцияла уҙғарыла; 2-се этап (финал) 2023 йылдың мартында Хакатон форматында уҙғарыла.
Олимпиадаға 9-11-се класс уҡыусылары һәм республика колледждары студенттары саҡырыла. Ҡатнашыу өсөн 2023 йылдың 10 мартына тиклем һәр ҡатнашыусыға:
- Moodle системаһында теркәлергә һәм тест үтергә;
- Башҡортостан Республикаһының өҫтәмә белем биреү навигаторында теркәлергә;
- һылтанма буйынса һорауламала теркәлергә кәрәк.
Бәйләнеш өсөн телефон: (347)276-34-76; e-mail: [email protected].
Фото: postupi.online