Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Февраль 2023, 10:45

Ҡара Яҡупта мәктәп спорт залы яңыра

Бында физкультура дәрестәрендә генә түгел, шулай уҡ өҫтәмә спорт саралары һәм секциялар барышында ла шөғөлләнергә мөмкин буласаҡ. 

Ҡара Яҡупта мәктәп спорт залы яңыра
Ҡара Яҡупта мәктәп спорт залы яңыра

Быйыл “Мәғариф” милли проектын ғәмәлгә ашырыу һөҙөмтәһендә Шишмә районының Ҡара Яҡуп ауылы мәктәбенең спорт залы төҙөкләндереләсәк. Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бинаны төҙөкләндереү май айында башланасаҡ.

Әлеге ваҡытта подрядсыны билдәләү маҡсатында электрон аукцион иғлан ителгән. Эштәрҙе август аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла. Уҡыу йылы башынан уҡыусылар заманса һәм яңыртылған спорт залында шөғөлләнә алырға тейеш, тигән бурыс ҡуйыла.

Ремонтланған объект уҡыусыларҙа ҙур ихтыяж менән файҙаланасаҡ – унда физкультура дәрестәрендә генә түгел, дәрестән тыш ваҡытта ла, шулай уҡ өҫтәмә спорт саралары һәм секциялар барышында ла шөғөлләнергә мөмкин буласаҡ, тип билдәләнеләр район хакимиәтендә. Бынан тыш, зал һәр ваҡыт төрлө тантаналы саралар үткәреү өсөн файҙаланыла.

“Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование”) мәктәптә икенсе һәм өсөнсө сменала уҡытыуҙы бөтөрөүҙе күҙ уңында тота. Проект илебеҙҙә белем биреүҙең глобаль конкурентлыҡ һәләтен тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Уның маҡсаттарына ярашлы, Рәсәй мәктәптә уҡытыу сифаты буйынса алдынғы ун ил иҫәбенә инергә тейеш. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән милли проекттар уның май указдарына ярашлы раҫланды һәм 2019 йылдан тормошҡа ашырыла башланды.

Фото: tmbreport.ru

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: