Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2023 йылдың тулы булмаған ике айы эсендә республикаһының Ауыл хужалығы консультациялары үҙәге вәкилдәре 23 муниципаль районда күсмә семинар-кәңәшмә үткәрҙе. Ауыл муниципалитеттарында йәшәгәндәргә дәүләт ярҙамы саралары, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектының (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) “Агростартап”, “Ғаилә фермалары”, “Агропрогресс”, “Матди-техник базаны үҫтереү” программалары буйынса грант алыу шарттары, ғариза биргәндәргә төп талаптар һәм ҡануниәттәге һуңғы үҙгәрештәр тураһында һөйләнеләр.
Кәңәшмәләрҙә 850-нән ашыу кеше ҡатнашты. Улар араһында ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы рәйестәре, крәҫтиән-фермер хужалығы етәкселәре, шәхси ярҙамсы хужалығы булған граждандар, район хакимиәт башлыҡтарының ауыл хужалығы буйынса урынбаҫарҙары, шулай уҡ ауыл биләмәһе башлыҡтары һәм райондарҙың ауыл хужалығы бүлеге белгестәре бар ине.
– Бындай сараларҙың төп маҡсаты – республикала эшкәртелгән продукция күләмен арттырыу һәм ауыл халҡы йыл әйләнәһенә өҫтәмә килем алһын өсөн кешеләрҙе ауыл кооперацияһына һәм фермерлыҡҡа күпләп йәлеп итеү, – тине Ауыл хужалығы консультацияһы үҙәге директоры Ирек Сакаев.
Әйткәндәй, дүрт йылда Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт ярҙамы күрһәтеү өсөн бер миллиард 108 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Һөҙөмтәлә 272 яңы фермер хужалығы ойошторолған, 82 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативына ярҙам күрһәтелдгән, ә ҡулланыусылар кооперацияһына 7,8 мең яңы ағза алынған.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: strategy24.ru
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/409413#scroll