Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә Республика балалар клиник дауаханаһы биләмәһендә балалар гематологияһы һәм онкологияһы үҙәге төҙөлөшө дауам итә. Унда кескәй пациенттарға яман шешкә ҡаршы ярҙам күрһәтеләсәк.
Объектты 2021 йылдың көҙөндә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына (национальный проект “Здравоохранение”) ярашлы төҙөй башлағайнылар. Яңы үҙәктә онкология, гематология, иммунология, көндөҙгө стационар, реанимация бүлеге менән операция блогы, шулай уҡ елек күсереп ултыртыу, үҙәк стерилләү бүлектәре, туҡланыу блогы, ашхана һәм буфет буласаҡ.
Төҙөлөш буйынса аҙна һайын оператив кәңәшмә үткәрелә. Унда бинаның эске эштәренә, медицина ҡорамалдарының ҡайҙа һәм нисек ҡуйылыуын иҫәпкә алып, электр селтәрен үткәреүгә ҡағылышлы мәсьәләләр хәл ителә. Шулай уҡ эске логистика шарттары ла өйрәнелә.
Республика балалар гематологияһы һәм онкологияһы үҙәге - төбәк өсөн бик кәрәкле һәм мөһим объект. Башҡортостанда йыл һайын 17 йәшкә тиклемге балаларҙа 130-ға яҡын яман шеш осрағы асыҡлана. Үҙәк сафҡа индерелгәс, ошо ауырыуҙан яфаланған балаларға медицина ярҙамының сифаты күпкә яҡшырыр, тип күҙаллана.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: health.bashkortostan.ru