Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
22 Февраль 2023, 12:10

Оло йәштәгеләргә – яңы мөмкинлектәр

Һәр айҙың һуңғы йомаһында Башҡортостандың мәшғүллек үҙәктәрендә хеҙмәт әүҙемлеген яңыртырға теләгән оло быуын кешеләрен көтәләр.

Оло йәштәгеләргә – яңы мөмкинлектәр
Оло йәштәгеләргә – яңы мөмкинлектәр

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм  халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, һәр айҙың һуңғы йомаһында Башҡортостандың мәшғүллек үҙәктәрендә хеҙмәт әүҙемлеген яңыртырға теләгән оло быуын кешеләрен көтәләр.

Ошо көндәрҙә Оло быуын граждандарының хеҙмәт һәм социаль әүҙемлегенә булышлыҡ итеүҙең берҙәм көнө майҙансыҡтарына 300-ҙән ашыу кеше мөрәжәғәт иткән. Республика буйынса 200 кеше вакансиялар менән ҡыҙыҡһынған, 80-дән ашыуы социаль ярҙам сараларын күрһәтеү мәсьәләләре буйынса консультация алған, сарала ҡатнашыусы 100-ҙән ашыу кеше хоҡуҡи мәсьәләләр, шул иҫәптән хеҙмәт ҡануниәте өлкәһендәге һорауҙар менән мөрәжәғәт иткән.

Өлкән йәштәгеләр шулай уҡ һөнәри белем алыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынған, эш эҙләү һәм резюме төҙөү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашҡан. Акция майҙансыҡтарында ҡул эштәре күргәҙмәләре һәм ваҡ моториканы үҫтереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолған.

Билдәле булыуынса, республика ҡалалары һәм райондарының халыҡ мәшғүллеге үҙәктәрендә оло быуын кешеләрен эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү буйынса акциялар һәр айҙың һуңғы йомаһында үткәрелә килә.

Сара майҙансыҡтарында ҡайтанан уҡытыу, төрлө льготалар һәм түләүҙәр, халыҡ мәшғүллеге хеҙмәтенең хоҡуҡи мәсьәләләре һәм хеҙмәт ҡануниәте буйынса консультациялар алыу, шулай уҡ грамоталы резюме төҙөү буйынса оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу мөмкинлеге бар.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген тергеҙергә йәки яңы эш менән шөғөлләнергә теләгән пенсионерҙар даими рәүештә республиканың мәшғүллек үҙәктәрендә ярҙам ала. Рәсәй Президенты Вадим Путин башланғысы менән тормошҡа ашырылған «Демография» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған һәм граждандарҙың йәшәү сифатын, кешеләрҙең именлеген арттырыуға йүнәлтелгән саралар нәҡ ошо һәм башҡа маҡсаттарға йүнәлтелгән.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: mintrud.bashkortostan.ru

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: