Балаҡатай районындағы ауыл-ара үҙәк китапхана модель китапханаға әйләнәсәк. Был турала район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге хәбәр итә. Был “Мәҙәниәт” милли проекты (национальный проект “Культура”) ярҙамында тормошҡа ашырыласаҡ.
Учреждениела йыһаз, ҡорамалдар тулыһынса яңыртылып, төрлө йәштәгеләрҙең ихтыяжын ҡәнәғәтләндерерлек заманса китапхана майҙаны барлыҡҡа килергә тейеш. Бынан тыш, һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе хеҙмәтләндереү шарттары булдырыла.
Китапхананың төп йөкмәткеһе Башҡортостандағы рус мәҙәниәте, уны һаҡлау менән бәйле.
Яңыртылған учреждениела шулай уҡ яңы функциональ йүнәлештәр барлыҡҡа килеүе көтөлә. Мәҫәлән, әҙәби, музыкаль һәм ижади кисәләр өсөн трансформер-майҙансыҡ була. Бынан тыш, милли аш-һыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәреү урынын асыу планлаштырыла.
Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән барлыҡҡа килгән милли проекттар 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. «Мәҙәниәт» милли проектының төп йүнәлеше – бөтә ил буйынса халыҡтың мәҙәни даирәлә ҡатнашыу мөмкинлектәрен арттырыу.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан