Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Февраль 2023, 09:30

Быйыл иген уңышы нисек булыр?

Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, ужым культуралары һәйбәт ҡышлаған.

Быйыл иген уңышы нисек булыр?
Быйыл иген уңышы нисек булыр?

Үткән йыл Башҡортостандың ауыл хужалығы тармағы өсөн уңышлы булды. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һөйләне.

– Бөгөн етештереү үҫеше артабан да дауам итһен өсөн ауыл хужалығы тармағында уңайлы шарттар булдырыу мөһим. Бындай күләмдә иген культураларын һаҡлау өсөн заманса келәттәр, иген киптереү заводтары кәрәк. Мәсьәләне хәл итеү өсөн Өфөлә "Амкодор" белорус компанияһының элеваторҙары һәм иген киптереү ҡоролмалары етештереү буйынса завод төҙөй башлайбыҙ. Шулай уҡ башҡа инвесторҙар менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ.

Ауыл хужалығы продукцияһын экспортлауҙы артабан да арттырасаҡбыҙ. 2022 йыл йомғаҡтары буйынса сит илдәргә 290 миллион долларҙан ашыу суммаға 400 мең тоннанан ашыу төрлө продукция оҙата инек. Өс йыл эсендә күрһәткес 2,5 тапҡырға артҡан. Башҡортостандың ауыл хужалығы продукцияһы Рәсәйгә дуҫ булған илдәргә — Иранға, Төркиәгә, Ҡаҙағстанға, Ҡытайға, Үзбәкстанға, Белоруссияға һәм башҡаларға сығарыла, — тине Илшат Фәзрахманов.

Әле Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы һәм “Россельхозцентр” белгестәре тикшереүҙәренән һуң, ужым культураларының һәйбәт ҡышлауы билдәле. Был күрһәткес быйылғы уңыштың һәйбәт булыуына нигеҙ булып тора.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтнамәһендә, Рәсәйҙә ауыл хужалығы продукцияһы етештереү былтыр ике тапҡырға артты һәм тармаҡ рекордлы иген уңышы йыйыуға өлгәште, тип белдерҙе. Ул шулай уҡ Рәсәй иген экспортын 55-60 миллион тоннаға тиклем арттырасағын билдәләне.

Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) ғәмәлгә ашырыуға этәргес булып тора.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Быйыл иген уңышы нисек булыр?
Быйыл иген уңышы нисек булыр?
Быйыл иген уңышы нисек булыр?
Быйыл иген уңышы нисек булыр?
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: