Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Февраль 2023, 11:30

Күрше төбәктәр ҙә беҙҙең продукцияны ҡулланасаҡ

Борай районы ауыл хужалығы кооперативы эшен киңәйтә.

Күрше төбәктәр ҙә беҙҙең продукцияны ҡулланасаҡ
Күрше төбәктәр ҙә беҙҙең продукцияны ҡулланасаҡ

Төбәктең Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау” милли проекты сиктәрендә («Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы») Борай районынан ит етештереүсе ауыл хужалығы кооперативы башҡа төбәктәрҙе продукция менән тәьмин итеүен киңәйтә.

“Возрожение” ауыл хужалығы кооперативы – төбәктең йылдам үҫешкән инициативалы граждандар берекмәһе. Кооперативтың эш һөҙөмтәһе «АгроКомплекс», «Беҙҙең бренд» һәм «Башкортостан продукты» ҙур республика күргәҙмәләрендә бер нисә тапҡыр миҙал һәм дипломдар менән билдәләнде.  Фермерҙар тәбиғи ит продукцияһын етештереү менән шөғөлләнә. Ассортиментта төрлө ит деликатестары, ыҫланған ит бар.

- Әлеге көндә беҙ республикабыҙҙың күрше һәм башҡа төбәктәрен продукция менән тәьмин итеүҙе киңәйтеү йүнәлешендә эшләйбеҙ. Сеймал менән ауырлыҡтар юҡ, сөнки үҙебеҙҙең продукцияны ҡулланабыҙ. Ыҫлау хеҙмәтебеҙ ҙә хәҙер һорау менән файҙаланыла. Штатта әлеге көндә һигеҙ кеше эшләй. Артабан хеҙмәткәрҙәр һанын тағы ла күбәйтеү, шулай уҡ продукция етештереү күләмен арттырыу  ниәте бар. Алға пландарыбыҙ ҙур – биналарҙы киңәйтеү, балыҡ цехын асыу, - тине кооператив рәйесе Камо Зилфугарян.

 “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау” милли проектының маҡсаты – бизнесты уның төрлө үҫеш этаптарында – старт идеяһынан башлап экспортҡа сыҡҡанға тиклем осоронда  ярҙам итеү. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған милли проекттар 2019 йылда старт алды.

Фото: bash.news

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор: Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас