“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты (национальный проект «Здравоохранение») сиктәрендә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәшкә республикала былтыр 820 миллион һум тирәһе аҡса йүнәлтелгән.Үткән йылда ошо проект сиктәрендә һигеҙ медицина ойошмаһы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Улар 43 берәмек ҡорамал алды, шул иҫәптән алтауһы юғары технологиялы. Мәҫәлән, Өфөнөң 21-се дауаханаһында дүрт компьютер томографы һәм бер ангиограф урынлаштырылды, Сибай дауаханаһында МРТ аппараты ҡуйылды.
Йөрәк ауырыуҙары үҫешен профилактикалау маҡсатында республиканың кардиоүҙәгендә йөрәк-ҡан тамырҙары хәүефендәгеләрҙең үҙәге эшләй. Ул тәүлек әйләнәһенә онлайн режимда төбәктәге киҫкен коронар синдромлы пациенттарға медицина ярҙамы күрһәтеүҙе координациялай. Шулай уҡ ашығыс медицина ярҙамы бригадаларынан, фельдшер–акушерлыҡ пункттарынан дистанцияла рәүештә электрокардиографиялар ҡабул итә. Йыл эсендә ете меңдән ашыу электрокардиограмма тикшерелгән.
“Сигнал билдәләре” һәм һанлаштырылған республиканың медицина мәғлүмәт аналитик системаһы ярҙамында был үҙәк медицина ярҙамы күрһәтеүҙең һәм кардиопациенттарҙы дарыуҙар менән тәьмин итеү сифатын контролләй. Йөрәк–ҡан тамырҙары хәүефендәгеләрҙең өс кимәлдәге идаралыҡ системаһы пациенттарҙы хәлен баһаларға һәм ваҡытында сирҙең көсәйеү факторын асыҡларға ярҙам итә.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ингән “Йөрәк ҡан тамырҙары сирҙәре менән көрәш” программаһы төбәк халҡына диагностиканы, был сирҙәрҙе профилактикалауҙы, дауалауҙы уңайлы итеүгә булышлыҡ итәсәк. Был иһә халыҡтың ғүмерен оҙайтыуға ла мөмкинлек бирә.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла.
фото: bash.news