Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Февраль 2023, 10:30

Эшҡыуар көнбағыш майы етештерә

Стәрлебаш ауылында урындағы эшҡыуар башланғысы менән көнбағыш майын яңыса етештереү цехы асыла

Эшҡыуар көнбағыш майы етештерә
Эшҡыуар көнбағыш майы етештерә

Стәрлебаш районының бизнес-шәрифе Айнур Юнысов белдереүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) районда маҡсатлы эш алып барыла.

2021 йылда Илвер Хәбибуллин элекке май һығыу цехы бинаһын һатып ала. Уны ремонтлап, коммуникацияларын ентекләп тикшереп, яңы ҡорамалдар һатып ала.

Урындағы хакимиәт эшҡыуарға сеймал алыуға ярҙам күрһәтә. 2022 йылда Илвер Стәрлебаш районында үткән «Эшҡыуарлыҡ сәғәттәре»нең береһендә ҡатнаша һәм уға бәләкәй һәм урта бизнесты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү буйынса муниципаль программала ҡатнашырға тәҡдим ителә.

Һөҙөмтәлә Илвер Хәбибуллинға сеймал һатып алыуға сығымдарҙы ҡаплауға субсидия бирелә. Бөгөн урындағы халыҡ предприятие етештергән майға мохтаж. Эшҡыуарҙың киләһе аҙымы - «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» билдәһен алыу. Ул  үҙе етештергән продукцияны тотош республиканың магазин кәштәләренә сығарыу мөмкинлек бирәсәк.

“Был миҫал сираттағы  бизнес-шәрифтәр институтының ни тиклем һөҙөмтәле инструмент булыуын һәм тотош бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа төрлө кимәлдәрҙә күрһәткән ярҙамды асыҡ сағылдыра. Беҙ эшен асырға теләк белдергән йүнселдәргә консультациялар һәм биналар биреүҙә ярҙам итеүҙән алып субсидиялар бүлеүгә һәм продукцияны һатыуҙың яңы баҙарҙарын эҙләүгә тиклем ярҙам күрһәтәбеҙ. Иң мөһиме - үҙеңдең ниәтең хаҡында белдер һәм теләгеңде еткер”- ти Айнур Наил улы.

Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.

Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға йәлеп итеү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

Эшҡыуар көнбағыш майы етештерә
Эшҡыуар көнбағыш майы етештерә
Эшҡыуар көнбағыш майы етештерә
Эшҡыуар көнбағыш майы етештерә
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: