Милли проекттар
24 Февраля 2023, 04:30

Юлдыбайҙа стоматология кабинеты асылды

Йылайыр районының икенсе белем биреү усағында теш табибы бүлмәһе асылды

Юлдыбайҙа стоматология кабинеты асылдыЮлдыбайҙа стоматология кабинеты асылды
Юлдыбайҙа стоматология кабинеты асылды

"Юғарыға ос!" мәғариф проектының "Сәләмәт йылмайыу" модуле сиктәрендә Йылайыр районының Юлдыбай урта мәктәбендә теш табибы бүлмәһе эш башланы. Был - районда икенсе стоматология кабинеты. Быға тиклем бар уңайлыҡтары булған стоматология кабинеты Йылайырҙағы Шәйехзада Бабич исемендәге башҡорт гимназияһында ғына бар ине.

Билдәле булыуынса, республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәт ултырыштарының береһендә ауыл мәктәптәрендә стоматология бүлмәһе булдырырға ҡушҡайны. "Мәғариф" һәм "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекттарына ярашлы асылған стоматология кабинеты йәш пациенттарҙы ҡабул итергә тулыһынса әҙер. Бында сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бар шарттар булдырылған. Радий Хәбиров тәҡдим иткән "Юғарыға ос!" мәғариф проекты “Иркен һөйләш!”, “Интерактив башҡортса”, “Спорт менән дуҫ бул”, “Шахмат уйнарға өйрән!” һәм "Сәләмәт йылмайыу" модулдәренән тора.
Беренсе пациенттар - белем усағы уҡыусылары заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған иркен һәм яҡты кабинетты, медицина хеҙмәткәрҙәренең йылы мөнәсәбәтен баһалай алды.
Балаларҙы теш табибы Венера Йәнсәитова дауалаясаҡ.
"Балаларға бер ҡайҙа ла барырға кәрәкмәй, бында бик яҡшы ҡорамал ҡуйылған һәм беҙ, әлбиттә, дауалауҙан тыш, иҫкәртеүгә лә ҙур иғтибар бүләсәкбеҙ", — ти теш табибы.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты ла тәү сиратта балаларҙың һаулығын хәстәрләүҙе маҡсат итеп ҡуя, сөнки илдең киләсәге сәләмәт быуынға бәйле.
Әйткәндәй, бөгөн мәктәптәрҙәге теш кабинеттары һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. Быларҙың барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың "май" указдарына ярашлы, "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Фото: Йылайыр районы хакимиәте сайтынан.
Автор:Карима Усманова
Читайте нас