Ҡыйғы районының бизнес-шерифы Рим Фассалов белдереүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) районда маҡсатлы эш алып барыла.
Эшҡыуар Азалия Низаметдинова 2012 йылдың июленән алып үҙ эшен аса. Уңған ҡатындың тәүге проекты магазин бинаһын төҙөү була, ләкин ул бының менән генә туҡталып ҡалмай. Артабан өс сауҙа нөктәһе, өс кафе һәм икмәкханалы ресторан асып, тәмле һәм татлы икмәк изделиелары етештерә.
2022 йылдың ноябрендә Азалия Низаметдинова Ҡыйғы районы хакимиәтенә "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" нә мөрәжәғәт итә. Был юлы эшҡыуар сауҙа объекттары янындағы тротуарҙарҙы таҙартыу проектын тәҡдим итә. Проект менән танышып сыҡҡас, “Ҡыйғы районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү" программаһында ҡатнашыуға заявка бирергә тигән тәҡдим индерелә. Программала ҡатнашыу һөҙөмтәһендә эшҡыуар ҡатын трактор һатып алыуға киткән сығымдарҙы ҡаплау өсөн 200 мең һум күләмендә субсидия алыуға ирешә.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.
Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан