

Республика студенттары һәм йәш белгестәре өсөн Мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә "IT-Планета - 2023” XIV халыҡ –ара олимпиадаға теркәү 28 февралгә тиклем барасаҡ, тип хәбәр итә Дәүләт идаралығының төбәктең һанлы үҫеш министрлығынан. Конкурс “Һанлы иҡтисад” милли проекты (национальный проект «Цифровая экономика») маҡсатына ярашлы уҙғарыла.
- Башҡортостан IТ-олимпиадала әүҙем ҡатнашыусы булып тора. 13 йыл эсендә төбәктең 2 меңдән ашыу студенттары һәм дипломлы белгестәре ярыштарҙа ҡатнашты. Икәүһе хатта Рәсәй кимәлендә ҡаҙаныштар яуланы, дүртәүһе – халыҡ-ара финал еңеүселәре булды, - ти республиканың дәүләт идаралығының Һанлы үҫеш министры урынбаҫары Рәсүл Тайыпов.
Олимпиаданың программаһы 16 конкурстан тора: робототехника, программалау, веб-дизайн, селтәр технологиялары, 3D моделләү, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге һәм башҡа йүнәлештәр буйынса. Шуныһы мөһим, быйыл конкурс программаһы IТ- белгестәр өсөн генә түгел, IТ-ҡарарҙар ҡулланыусылар өсөн дә асыҡ.
Ярыш ғына түгел, яңылыҡтар белеү йәһәтенән дә сараның әһәмиәте ҙур. Ярыш сиктәрендә уҙғарылған онлайн-мәктәптә ҡатнашыусылар иҡтисадтың төрлө өлкәләрендә ҡулланылған перспективалы технологияларҙың эш үҙенсәлектәре менән таныша ала. Был уларға артабан эшкә урынлашҡанда яҡшы теоретик һәм практик әҙерлек бирәсәк.
Ҡатнашыуға 18 йәштән алып 35 йәшкә тиклемге студенттар һәм дипломлы белгестәр саҡырыла (конкрет конкурстың шарттарына бәйле). Һайлап алыу этабы 1 февралдән алып 30 апрелгә тиклем онлайн форматта уҙғарыла, халыҡ-ара финал 16 майҙан 29-ына тиклем барасаҡ.
“Һанлы иҡтисад” милли проекты иҡтисадта һәм социаль өлкәлә һанлы технологиялар индереүҙе тиҙләтеүгә, юғары технологиялы бизнес өсөн шарттар булдырыуға, милли хәүефһеҙлекте нығытыуға, кешеләрҙең йәшәү сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән. Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған милли проекттар 2019 йылда старт алды.
Фото: bash.news
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан