“Спорт – тормош нормаһы” федераль проекты буйынса Нефтекама ҡалаһында мәктәп уҡыусылары араһында ГТО ҡышҡы фестиваленең муниципаль этабы уҙғарылған. Был хаҡта ҡала хакимиәтенән хәбәр иттеләр.
Сарала ҡаланың 18 мәктәбенән 9 йәштән алып 17 йәшкә тиклемге 136 бала ҡатнашҡан. Улар кәүҙәне күтәреү, саңғыларҙа уҙышыу һәм башҡа төрлө дисциплиналарҙа үҙҙәренең оҫталығын һынай. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы спортсылар билдәләнгән, улар фестивалдең республика этабында ҡала йыйылма командаһы исеменән сығыш яһаясаҡ. Был сара Нефтекамала 3 марттан 5-енә тиклем уҙғарыласаҡ.
Ҡаланың физик культура, спорт һәм туризм буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Динар Әнүәров әйтеүенсә, бындай сара уҙғарыу халыҡтың физик әҙерлек кимәлен күтәрергә, сәләмәт тормош алып барыуҙы пропагандаларға, физик культура һәм спорт дәрестәренә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырырға булышлыҡ итә.
“Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) төп маҡсаты - балалы ғаиләләргә ярҙам итеү, хеҙмәткә яраҡлы йәштәгеләрҙән өлкәндәр араһында үлемде кәметеү, йәмғиәттә сәләмәт тормош алып барыу мәҙәниәтен формалаштырыу, шулай уҡ зарарлы ғәҙәттәрҙән баш тартыуға ынтылыш уятыу.
Әйтергә кәрәк, Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған милли проекттар 2019 йылда старт алды.
Фото: gtrk.tv
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан