Республикабыҙ былтыр милли проекттарҙы (национальные проекты) тормошҡа ашырыу өсөн 49,7 миллиард һум аҡса алған. Был турала республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары Илшат Тажетдинов белдерҙе.
Вице-премьер билдәләүенсә, быға тиклем республика милли проект сиктәрендә былай күп федераль аҡса алмаған.
Барлығы былтыр милли проект сиктәрендә 27 объект сафҡа индерелгән. Улар араһында иң эреләре: һәр ҡайһыһы 1225 урынға иҫәпләнгән өс мәктәп (барлығы биш мәктәп сафҡа ингән) , “Өфө” индустриаль паркындағы производство корпусы, Затондағы поликлиниканы төҙөү ҙә тамамланыуға бара, барлығы 55 фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм башҡа объекттар файҙаланыуға тапшырылған.
Милли проектҡа ярашлы, быйыл республика аласаҡ яҡынса аҡса күләме лә билдәләнде. Ул 35,3 миллиард һумға тиң, ләкин был һуңғы сик түгел.
Алға маҡсаттар ҙа бәләкәй түгел. Барлығы 40 объект файҙаланыуға тапшырыласаҡ, шул иҫәптән алты мәктәп һәм дауаханалар, ете мәҙәниәт учреждениелары. Шулай уҡ 75 модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты, ун табип амбулаторияһы барлыҡҡа киләсәк. Шулай уҡ медицина ҡорамалдары менән тәьмин итеү артасаҡ, быйыл уларҙы 4300 берәмек алыу билдәләнгән, былтыр был һан 3000-гә тиң ине. Былтыр 90 медицина автомобилдәре алынған булһа, быйыл был һанды 168-гә еткереү билдәләнгән.
Йәмәғәт киңлектәрен төҙөкләндереү буйынса ла Республика Хөкүмәтенең пландары ҙур. Төрлө йәштәге халыҡты туплаған башҡа урындар ҙа иғтибар үҙәгендә буласаҡ. Башҡортостанда бер йыл эсендә тағы ла 67 тәбиғи-фәнни һәм технологик йүнәлештәге “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш 122 йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндереләсәк, Күмертау, Межгорье, Бәләбәй, Бөрө, Туймазы һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында уңайлы ҡала мөхитен будырыуҙың алты проекты буйынса эш тамамланыуы көтөлә.
Баймаҡ, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары эргәһендәге сүплектәрҙе бөтөрөү ҙә мөһим сара буласаҡ. Ҙур иғтибар ғәҙәттәгесә, автомобиль юлдары торошон яҡшыртыуға, граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереүгә йүнәлтеләсәк.
Илшат Тажетдинов әйтеүенсә, әле төп маҡсат тейешле конкурс процедураларын ваҡытында үткәреп, контракттар төҙөү. Әйтергә кәрәк, милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы башҡарыла.
Фото:Башинформ.