Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты нигеҙендә булдырылған “Башҡортостанда медицина ярҙамын үҫтереү” программаһына ярашлы, Асҡар үҙәк район дауаханаһына яңы медицина ҡорамалдары алынған.
Баш табип Илгиз Килдейәров белдереүенсә,"Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә һаулыҡты нығытыу йәһәтенән етди бурыстар ҡуйыла. Район дауаханаһына ике наркоз-тын алыу аппараты алынған һәм файҙаланыуға тапшырылған. Улар операция ваҡытында тын алыу аппараты итеп файҙаланыла. Наркоз-тын алыу аппараттары анестезия үткәреү, үпкәне елләтеү һәм пациенттың йәшәү эшмәкәрлеге параметрҙарын күҙәтеү өсөн кәрәк. Улар ярҙамында табиптар респиратор күрһәткестәрен комплекслы контролдә тота һәм анестезия барышы тураһында дөрөҫ мәғлүмәттәр ала.
Шулай уҡ Асҡар үҙәк район дауаханаһында компьютер томографы барлыҡҡа киләсәк. Әле КТ кабинетын проектлау буйынса эштәр алып барыла. Компьютер томографияһы йомшаҡ туҡымалар, кесе янбаш ағзалары, ҡан тамырҙары, үпкә, баш мейеһе, ҡорһаҡ ҡыуышлығы, һөйәктәр һүрәтен алырға мөмкинлек бирә.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Фото: Асҡар үҙәк район дауаханаһы сайтынан.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан