Бизнес-шәриф Илнур Ғиззәтуллин белдереүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) районда маҡсатлы эш алып барыла.
Баҡалы районы эшҡыуары Ленар Насибуллин үҙ аҡсаһына йәшелсә һаҡлағыс төҙөгән. Ҡулланыусыларҙы, миҙгелгә ҡарамайынса, шул иҫәптән ҡышҡыһын йәшелсәләр менән тәьмин итергә кәрәк.
Эшҡыуар күп йылдар йәшелсәселек менән шөғөлләнә. Ул эшмәкәрлеген ябыҡ тупраҡта ҡыяр һәм помидор үҫтереүҙән башлай. Һуңынан, ауыл хужалығы ерҙәрен рәсмиләштереп, картуф һәм кәбеҫтә үҫтереү менән шөғөлләнә башлай. Картуфтың ер участкалары 50 гектарҙы биләй, уртаса уңыш - бер гектарҙан 200 центнер тәшкил итә.
Бер нисә йылдан Ленарға кәбеҫтәне уңышлы үҫтереү өсөн тәбиғи һыу ятҡылығынан һуғарыуҙы ойоштороу мөмкинлеге биргән уңдырышлы ер талап ителә. Былтыр ул Баҡалы районы хакимиәтенә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Йәшелсәселек буйынса проекты хуплау таба һәм биш гектар майҙанда ер участкаларын рәсмиләштерергә ярҙам итәләр. Һөҙөмтәлә яңы ер участкаларында кәбеҫтәнән яҡшы уңыш йыйып ала. Эшҡыуарҙың һыуытыу бинаһын төҙөкләндереү буйынса пландары ла бар. Был йәйге миҙгелдә йәшелсәләрҙең иртә сорттарын һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирәсәк.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.
Билдәле булыуынса, был милли проект биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға йәлеп итеү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Фото: Илнур Ғиззәтуллин.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан