Башҡортостандан дүрт проект «Һин уйында!» Бөтә Рәсәй конкурсы исемлегенә инде. Эксперттар, ниһайәт, финал өсөн Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән килгән 4601 спорт проектын һайлап алды. Конкурс эксперттары проекттарҙың ҡайһыһы исемлеккә инеүгә лайыҡ икәнен хәл иткән арала «Һин уйында!» сайтында халыҡ тауыш биреүе башланды.
«Һин уйында!» конкурсы Рәсәйҙең Спорт министрлығы булышлығында һәм «Демография» (национальный проект “Демография”) милли проектының «Спорт - йәшәү нормаһы» федераль проекты ярҙамында «Милли өҫтөнлөктәр» автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы тарафынан уҙғарыла. «Һин уйында!»ның өҫтөнлөклө бурыстарының береһе - спортты рәсәйҙәр тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө иткән сағыу һәм файҙалы башланғыстарға ярҙам итеү.
Төбәктең Йәштәр сәйәсәте комитеты һәм Спорт министрлығы мәғлүмәте буйынса, Башҡортостан конкурстың өсөнсө миҙгелендә 74 проект тәҡдим иткән, уларҙың дүртәүһе исемлектә ҡалған. Улар - «Рәсәйҙең милли веломаршруттары VeloRussia», "Авансан" адаптив йөҙөү мәктәбе, Рима Баталова фондынан «Тауыш тиҙлеге менән киңлек» һәм «Ангелболл-Өфө» балалар футбол мәктәбе.
Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһы ла үҙҙәренең проекттары менән конкурс партнерҙарынан ярҙам ала, белем акселераторҙарында үҙ компетенцияларын һәм белемдәрен күтәрә, ләкин номинацияларҙа еңеү өсөн 300 мең һум аҡсалата бүләк тә, Гран-при ҙа артыҡ булмаҫ ине.
- Конкурстың масштабы хайран ҡалдырыуҙан туҡтамай, уға бөтә Рәсәйҙән автор-энтузиастар йәлеп ителгән. Конкурста спорт проекттары ғына түгел, ә илһөйәрлек һәм экологияның мөһим темаларына ҡағылған, социалләшеүгә һәм реабилитациялауға булышлыҡ иткән, яңылыҡҡа өйрәткән һәм фекерҙәштәр табырға, үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләргә ярҙам иткән башланғыстар ҙа тәҡдим ителгән. Һәр башланғыс спортты бөтә йәштәге эре ҡалаларҙа ла, ҙур булмаған ҡасабаларҙа ла яҡыныраҡ итә, - тип билдәләне Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин.
Был эштәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Фото һәм сығанаҡ: "Республика Башкортостан" газетаһынан.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан