Дәүләкән районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына (национальный проект “Образование”) һәм дәрестән тыш эшмәкәрлеккә булышлыҡ итеү өсөн заманса, уңайлы шарттар тыуҙырыу буйынса мәктәп башланғыстары конкурсына ярашлы, Дәүләкән ҡалаһының 5-се гимназияһында яңыртылған тамаша залы – “Хыялға табан барам” ижади үҙәге асылды.
Мәктәп башланғысы проекты республикала инициативалы бюджетлау программаһының яңы практикаһын тәшкил итә. Республика район, ҡалаларынан балалар үҙҙәренең мәктәбендә кәрәкле киңлекте йыһазландыра һәм төбәк сығымдарын бүлеүҙә ҡатнаша ала.
Тамаша залын яңыртыу проектын тормошҡа ашырыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 500 мең һум аҡса бүленгән. Уның дөйөм хаҡы – 659 555,55 һум.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info