Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Февраль 2023, 11:30

Контейнерҙар һаны 259-ға етәсәк

Көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып йыйыу тәртибе 2019 йылдан индерелгәйне

Контейнерҙар һаны 259-ға етәсәк
Контейнерҙар һаны 259-ға етәсәк

Туймазы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Туймазы ҡалаһында коммуналь ҡалдыҡтарҙы утилләштереү майҙансыҡтары “Быяла” тип яҙылған ҡыҙыл төҫтәге яңы контейнерҙар менән йыһазландырылды. Дөйөм алғанда, район буйынса 120 контейнер ҡуйылған, уларҙың һаны 259-ға етәсәк. Контейнерҙар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектына (национальный проект "Экология") ярашлы ҡуйыла.

Илебеҙҙә көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып йыйыу тәртибе 2019 йылдан индерелгәйне. Шул уҡ ваҡытта күптәр ҡалдыҡтарҙы уға тиклем дә сорттарға бүлеп йыя торғайны. Әле иһә күп фатирлы һәм шәхси йорттарҙың контейнер майҙансыҡтары төҫлө контейнерҙар менән йыһазландырыла. Йәшел контейнер ҡатнаш коммуналь ҡалдыҡтар, ҡыҙылы – быяла, күк төҫтәгеһе – ҡағыҙ, һарыһы – пластик, аҡһылы - ҡоро сүп-сар йыйыу өсөн тәғәйенләнә. Уларҙың һәр ҡайһыһына ҡалдыҡтарҙы йыйыу тәртибе тураһындағы инструкция менән мәғлүмәт бирелгән.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/411390#scroll

 

Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас