Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Февраль 2023, 17:15

Саңғы шыу, хосписҡа ярҙам ит

Был сара 12 мартта ойошторола

Саңғы шыу, хосписҡа ярҙам ит
Саңғы шыу, хосписҡа ярҙам ит

12 мартта Өфөләге “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында саңғы буйынса марафон үткәрелә. Унда Өфөләге хосписҡа ла ярҙам итеп буласаҡ. Әлеге ваҡытта стационар төҙөлөшө бара. Ул 2019 йылдан эшләй һәм дауалап булмаған сирҙәр менән яфаланған өлкәндәргә, балаларға өйҙәрендә ярҙам  итә. Хәйриә фонды пациенттарҙың тормошон еңеләйтеү өсөн ҡорамалдар ала, махсус туҡланыу, гигиена кәрә-яраҡтары, уларҙың яҡындарын һәр йәһәттән тәьмин итә. Хоспистағыларға ярҙам итеү, шулай уҡ ҡорамалдар һатып алыу хәйриә аҡсаһына атҡарыла.

2023 йылдың тәүге яртыһында хоспистың стационарын асыу планлаштырыла. Ул онкология, генетика, неврология сирҙәре менән яфаланған йөҙләгән кешегә ярҙам итә аласаҡ. Проект – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың шәхсән контролендә.

Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы был сарала Өфө хосписына булышлыҡ итергә саҡыра. Быны “Эшлә!” платформаһында  (https://sdelai.org/ru/events/ufimskij-lyzhnyj-marafon-2023) атҡарырға мөмкин. Өҫтәүенә, был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты (национальный проект “Демография”) бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

Фото: building.bashkortostan.ru/presscenter/news/521251/

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: