Милли проекттар
28 Февраль 2023, 07:30

Ауыл халҡы һыуһыҙ ыҙаламаҫ

Краснокама районында яңы һыу үткәргес сафҡа индерелде. 

Ауыл халҡы һыуһыҙ ыҙаламаҫАуыл халҡы һыуһыҙ ыҙаламаҫ
Ауыл халҡы һыуһыҙ ыҙаламаҫ

Краснокама районында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Таҙа һыу” федераль проектына ярашлы магистраль һыу үткәргес төҙөлдө. Был хаҡта төбәктең Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итә.

Подрядсы һыу үткәреү торбаларын һалған, дүрт һыу баҫымы башняһы, һыу үлсәү узелдары һәм 14 янғын резервуары, 33 ҡоҙоҡ ҡуйған. Үткәрелгән саралар һөҙөмтәләре буйынса Иҫке Ҡайынлыҡ ауылынан 128 кеше һәм Яңы Ҡайынлыҡ ауылында йәшәүсе 496 кеше хәҙер сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителгән.

Мәғлүм булыуынса, “Таҙа һыу” федераль проекты тормошҡа ашырыла башлағандан алып Башҡортостанда туғыҙ һыу менән тәьмин итеү объекты төҙөлгән, был республиканың ете муниципаль берәмеге халҡын сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итергә мөмкинлек биргән.

“Таҙа һыу” федераль проектының төп бурысы – Рәсәй халҡының үҙәкләштерелгән һыу системаларынан сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеү мөмкинлеге булған өлөшөн арттырыу. Бынан алда проект “Экология” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылды, 2021 йылдан ул “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проектына индерелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән милли проекттар 2019 йылдан ил башлығының май указдарына ярашлы ғәмәлгә ашырыла башланды.

Фото: gtrk.tv

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас