Борай районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда”) ярашлы, Борай районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев Раушания һәм Раил Ғаязовтарҙың ишле ғаиләһенә торлаҡ һатып алыуға йәки шәхси йорт һалыуға социаль түләү алырға хоҡуҡ биргән таныҡлыҡ тапшырҙы.
Йәш ғаиләләргә бындай ярҙам сараһы “Рәсәй Федерацияһы граждандарын арзан һәм уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” дәүләт программаһының “Граждандарға торлаҡ менән тәьмин итеүҙә һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙә дәүләт ярҙамы күрһәтеү” айырым маҡсатлы ведомство программаһына инә.
– Күп балалы ғаиләләр өсөн бындай ярҙам айырыуса мөһим, – тине Раушания Ғаязова. – Әлбиттә, таныҡлыҡты көтөргә тура килде, әммә өмөттәребеҙ бушҡа булманы. Сертификатты файҙаланыу йәһәтенән күптән план төҙөп ҡуйғанбыҙ.
– Һеҙҙе иҫтәлекле ваҡиға менән ҡотлайбыҙ! Ғаиләгеҙгә бәхет, һаулыҡ һәм именлек теләйбеҙ! Йортоғоҙҙа тыныслыҡ, ҡот һәм шатлыҡ тантана итһен, – тине Рушан Гәрәев Ғаязовтарҙы ҡотлап.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info