Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Таҙа һыу” федераль проекты республикала 2019 йылдан тормошҡа ашырыла. Ул башланған мәлдән алып, дүрт йыл эсендә ете муниципаль берәмектә: Стәрлетамаҡ ҡалаһында һәм Благовар, Дәүләкән, Дүртөйлө, Краснокама, Өфө һәм Саҡмағош райондарында һигеҙ эсәр һыу тәьминәте объекты төҙөлдө. Уларҙың өсәүһе 2022 йылда эшләй башланы.
Былтыр Башҡортостанда программаны тормошҡа ашырыуға федераль ҡаҙнанан бер миллиард һумдан ашыу аҡса бүленде, һөҙөмтәлә сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителгән төбәк халҡының өлөшө 88,9 процентҡа, ҡала халҡының 98,3 процентҡа етте.
– Башҡортостанда был йүнәлештә эш дауам итә. Федераль проект сараларында 2023 йылда республиканың 10 муниципаль берәмеге: Әлшәй, Бөрө, Иглин, Күгәрсен, Туймазы, Хәйбулла, Өфө, Краснокама, Шишмә райондары һәм Өфө ҡалаһы ҡатнаша. Әле туғыҙ һыу тәьминәте объектында эш бара, улар йыл аҙағына тиклем сафҡа индерелә. Йәнә алты объектты 2024 йылда төҙөй башлау күҙаллана, – тине Рәсәй Төҙөлөш министрлығының Проект дирекцияһы етәксеһе Динә Сәфиуллина.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: house.bashkortostan.ru