Салауат ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына (национальный проект “Малoе и среднее предпринимательствo и пoддержка индивидуальнoй предпринимательскoй инициативы”) ярашлы, ошо көндәрҙә ҡала хакимиәте башлығы Игорь Миронов, бизнес-шәриф Урал Мәғизов һәм Салауат йүнселдәре ҡатнашлығында “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” тәртибендә кәңәшмә булды. Унда эшҡыуарҙарҙың инвестиция проекттары ҡаралды.
Атап әйткәндә, ҡала биләмәһендә газ заправкалары төҙөү мәсьәләһе тикшерелде. Мәғлүм булыуынса, әле бындай газ станцияларына ихтыяж артҡандан-арта. Бензиндың хаҡының ҡиммәт булыуы арҡаһында автомобиль хужаларының күбеһе арзаныраҡ яғыулыҡҡа – газға күсеү тураһында уйлана. Кәңәшмәлә Салауатта газ заправкаларын Р-240 трассаһындағы буш ер биләмәһендә төҙөргә тәҡдим ителде.
“Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә шулай уҡ Виталий Лесковскийҙың фермер хужалығы павильондарын урынлаштырыуға ҡағылған инвестиция проекты тикшерелде. Сауҙа павильонын ҡала биләмәһендә асырға ҡарар ителде.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/412150#scroll