Башҡортостанда Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрына үҙебеҙҙәге муниципалитеттар һәм күрше биш төбәк менән административ сик тураһындағы 97,5 процент мәғлүмәт индерелгән.
Ә республикабыҙ алты төбәк менән сиктәш: Пермь крайы (сик оҙонлоғо – 438 километр), Силәбе (1447,7 километр), Ырымбур (1237,9 километр) һәм Свердловск (172,5 километр) өлкәләре, Татарстан (498,8 километр) һәм Удмуртия (416 километр). Республиканың дөйөм сиктәр оҙонлоғо 4 211 километр тирәһе тәшкил итә тип хәбәр итте “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостанда 895 муниципаль берәмек иҫәпләнә, уларҙың 873-өнөң сиктәре аныҡланған. Республика Рәсәй Федерацияһы Киңлек мәғлүмәттәренең милли системаһын тормошҡа ашырыу өсөн 20 пилот проекты иҫәбенә индерелде. Ә быларҙың барыһы ла ил Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән атҡарыла һәм уның май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала өмхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: “Росреестр”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан