Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Март 2023, 10:00

Был проект өсөн халыҡ тауыш бирҙе

Дорогин ауылындағы йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндерәләр.

Был проект өсөн халыҡ тауыш бирҙе
Был проект өсөн халыҡ тауыш бирҙе

Өфө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, район йыл һайын биләмәләрҙе төҙөкләндереү буйынса федераль һәм республика программаларында ҡатнаша.

2023 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль программаһына ярашлы “Кириллов ауыл Советындағы Дорогин ауылының Пикунов урамындағы йәмәғәт биләмәһен комплекслы төҙөкләндереү” проектын тормошҡа ашырыу күҙаллана.

Проект былтыр 02.gorodsreda.ru  порталында тауыш биреү барышында һайлап алынды. Тауыш биреүҙә 11037 кеше ҡатнашҡан, шуларҙың 7532-һе ошо проектты хуплаған.

Биләмәләге эш барышында йәйәүлеләр өсөн юл һалыу, спорт ҡорамалдарын, яҡтыртҡыстар, бәләкәй архитектура һындарын ҡуйыу, универсаль спорт майҙансығын йыһазландырыу планлаштырыла.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/414809#scroll

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: