

Республикала былтыр ташламаға эйә булғандарға – ишле һәм инвалид балалары булған ғаиләләргә 69918 ер участкаһы һәм ер урынына 250 мең һум аҡса алыуға 1250 сертификат бирелгән.
“Граждандарҙың льготалы категорияһына ер участкалары бүлеү ведомствобыҙҙың иң киҫкен социаль мәсьәләләренең береһе булып тора. Иҫәпкә ҡуйылған ғаиләләрҙең дөйөм һанынан ер һәм сертификат менән тәьмин ителеш 77 процент тәшкил итте”, - тип белдерҙе ер һәм милек мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская Хөкүмәттә үткәрелгән оператив кәңәшмәлә.
Тәьмин ителеш 2020 йылдағы 73 проценттан (67029 участка) 2021 йылда 74 процентҡа тиклем (68707) артты, тип хәбәр итте Ер һәм милек министрлығының матбуғат хеҙмәте.
2020 йылдың ноябрендә Башҡортостан Хөкүмәте льготаға эйә булғандарға теләк буйынса ер урынына аҡсалата түләүҙәр тәҡдим итте. Был инженер структуралары күп булған, ер ҡалмаған ҡалаларҙа көнүҙәк. Сертификатты йорт төҙөүгә, ер һатып алыуға, ипотека кредитын түләүгә файҙаланырға мөмкин. Тимәк, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект “Жилье и городская среда”) бурыстары ла тормошҡа ашырыла.
Фото: kartinkin.net
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан