Был предприятиелар ошо уҡыуҙы “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты (национальный проект “Международная кооперация и экспорт”) сиктәрендә үткәрә.
Уҡыу “Рәсәй экспорт үҙәге” акционерҙар йәмғиәтенең “Экспорт форсажы” күп тармаҡлы акселерация программаһының 8-се ағымы буйынса ойошторолған.
“Эште яңы башлаған экспортерҙар өсөн булған был ысул үҙенең йоғонтолоғон раҫланы ла инде. Ошо программа буйынса өйрәтеү һөҙөмтәһендә унда ҡатнашҡандарҙың 50 проценттан ашыуы яңы контракттар төҙөнө, экспорт географияһын киңәйтте”, – тине Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева.
Министрҙың беренсе урынбаҫары Лена Изотова әйтеүенсә, Башҡортостан – экспортҡа ярҙам буйынса бөтә кәрәкле инфраструктура булдырылған төбәк.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.