Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Март 2023, 11:30

Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырып

Компания ошо йүнәлештә маҡсатлы эшләй

Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырып
Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырып

 

Башҡортостанда “Пром-Инжиниринг” компанияһы хеҙмәт етештереүсәнлеген 25 процентҡа күтәрергә ниәтләй. Был турала Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Компания резина-техник изделиеларҙы етештереүгә махсуслашҡан. Процестарҙы диагностикалау менән шөғөлләнгән махсус төркөмдөң эше бында тамамланған. Гидроһаҡлау диафрагмаһын сығарыу буйынса участкала етештереүсәнлекте арттырыу ниәтләнә. Предприятиела һаҡсыл производство буйынса инструкторҙар сифатында ике хеҙмәткәр сертификацияланған, тағы ла 11 кеше махсус уҡыуҙар үткән.

 - Эшсе төркөмө менән берлектә декомпозиция буйынса  маҡсаттар билдәләнде. Предприятиеның барлыҡ күрһәткестәре лә бер системаға тупланды. Мәғлүмәт үҙәге ойошторолдо, унда бизнес һөҙөмтәлелегенә йоғонто яһаған күрһәткестәр асыҡланды. Предприятиелағы өс айлыҡ эштең артабанғы этабы маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн планлаштырылған сараларҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән, - тине төбәктең компетенциялар үҙәге эксперты Эльнар Сиражетдинов.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты ( национальный проект  «Производительность труда») сараларын тормошҡа ашырыуҙың һуңғы һөҙөмтәләре заводта быйыл апрель айында билдәле буласаҡ.

- “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты сиктәрендә бизнеста дәүләт ярҙамының комплекслы саралары булдырылған. Ул финанс дәртләндереүҙе, шулай уҡ производство процестарын оптиммәлләштереүҙә эксперт ярҙамын үҙ эсенә ала, - ти Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыу өсөн 2018 йылда булдырылған. Уның маҡсаты илдә хеҙмәт етештереүсәнлегенең өҙлөкһөҙ үҫеше өсөн шарттар тыуҙырыу. Башҡортостанда проектта 150 предприятие ҡатнаша.

фото: bash.news

 

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроектың

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: