Октябрьский ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы м раҫланға “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы Октябрьскийҙа А.П. Шокуров исеменде тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы бинаһында “Ағиҙел” башҡорт художество кәсептәре предприятиеһының күргәҙмәһе ойошторола. Ул республиканың халыҡ художество кәсептәре әйберҙәрен сығарған төп компанияһының 60 йыллығына арнала.
Халҡыбыҙҙың тарихи һәм рухи мираҫы быуаттар дауамында ҡәҙерләп һаҡлана. “Ағиҙел”дә иһә ошо тәжрибәне байытып, уны көндәлек тормошта файҙаланыуға индерәләр. Уның әйберҙәре йортто йәмләй, ҡот өҫтәй. Бөгөн һәр ғаиләлә тиерлек “Ағиҙел” предприятиеһының сувенирҙары бар.
Предприятиеның әйберҙәренә Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә ихтыяж ҙур. Халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй конкурстарында яулаған еңеүҙәр тауарҙарҙың сифатын раҫлай. “Ағиҙел”дең төп маҡсаты – мәҙәни мираҫтың үҙенсәлеген һаҡлау һәм байытыу.
“Экспозицияла 125 экспонат: лак менән биҙәү техникаһында башҡарылған һауыт-һаба, шулай уҡ туҡыма әйберҙәр, йыһаз кәрәк-ярағы тәҡдим ител”, – тине музей директоры Ирина Медведева.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: contenta.info
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/415281#scroll