Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
4 Март 2023, 10:30

Йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк

Өфө районы Дорогин ауылының Пикунов урамындағы йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндергәндән һуң унда йәйәүлеләр юлы һәм спорт майҙансығы барлыҡҡа киләсәк.

Йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк
Йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндереләсәк

Өфө районы Дорогин ауылының Пикунов урамындағы йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндергәндән һуң унда йәйәүлеләр юлы һәм спорт майҙансығы барлыҡҡа киләсәк.

Өфө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, эштәр «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты буйынса тормошҡа ашырыласаҡ. Майҙансыҡта спорт ҡорамалдары, яҡтыртҡыстар һәм бәләкәй архитектура формалары урынлаштырыласаҡ. Бөтә эштәр ошо йылдың 10 октябренә тиклем башҡарылырға тейеш.

Былтыр Пикунов урамын төҙөкләндереү өсөн 7,5 меңдән ашыу кеше тауыш биргән,  яңыртыу өсөн биләмә һайлауҙа 11 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда 63 муниципаль берәмектә 126 парк, сквер һәм урамдар төҙөкләндерелгән.

«Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проектының (нацпроект “Жилье и городская среда”) төп бурыстарының береһе - ҡала мөхитенең уңайлылығын арттырыу. Милли проект граждандарҙы ҡалаларҙы төҙөкләндереү буйынса мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йәлеп итеүҙе күҙ уңында тота. Бынан тыш, милли проекттың төп күрһәткесе - йыл һайын 120 миллион квадрат метр күләмендә торлаҡ файҙаланыуға тапшырыуҙы тәьмин итеү һәм йыл һайын 5 миллион ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу.

Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән милли проекттар 2019 йылдан тормошҡа ашырыла.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: api.rbsmi.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: