Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Март 2023, 09:10

Хәсәновтар ғаиләһе дәүләт ярҙамы өсөн рәхмәтле

Улар өй һалыуға йәки һатып алыуға сертификат алды.

Хәсәновтар ғаиләһе дәүләт ярҙамы өсөн рәхмәтле
Хәсәновтар ғаиләһе дәүләт ярҙамы өсөн рәхмәтле

Бөрйән районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ошо көндәрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда”) ярашлы район хакимиәтендә торлаҡ һатып алыуға йәки шәхси йорт һалыуға социаль түләү таныҡлығы тапшырылды.

Бөрйән районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Ғайса Хәлитов Хәсәновтарҙың ишле ғаиләһенә ошо мөһим документты тапшырҙы.

“Ҡағыҙҙарҙы тултырырға һәм түләүҙе алырға ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт. Ғаиләбеҙ өсөн был бик мөһим мәсьәлә ине”, – тип шатлығы менән уртаҡлашты дүрт бала әсәһе Регина Ғәзинур ҡыҙы.

Әйткәндәй, Хәсәновтар социаль түләүҙе “Рәсәй Федерацияһы граждандарын арзан һәм уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү” дәүләт программаһының “Торлаҡ менән тәьмин итеү һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләү йәһәтенән граждандарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү” айырым маҡсатлы ведомство программаһында ҡатнашып алды.

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/416049#scroll

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: