Дәүләкән районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының (национальный проект “Демография”) “Өлкән быуын” федераль проектына ярашлы, Дәүләкән Рәсәй Социаль фондының өлкән быуындың аралашыу үҙәктәрен ойоштороу буйынса пилот проектына ҡушылды. Ошо көндәрҙә Рәсәй Социаль фондының клиенттар хеҙмәте бинаһында ошондай үҙәкте асыу тантанаһы үтте.
Үҙәк өлкәндәр өсөн осрашыу, аралашыу, ял итеү һәм һәләттәреңде күрһәтеү урынын тәшкил итә. Унда финанс һәм компьютер ғилемен үҙләштереү мөмкинлеге бар. Үҙәк компьютерҙар, өҫтәл уйындары, бәләкәй китапхана менән йыһазландырылған.
Объектты асыу тантанаһында Рәсәй Социаль фондының республика бүлексәһе, Дәүләкән районы хакимиәте һәм райондың Ветерандар советы араһында үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек һәм Аралашыу үҙәген үҫтереү тураһында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Дәүләкән районының почетлы гражданы Маргарита Кириченко иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы Зоя Качанованың әҙәби ижадынан шиғырҙар уҡып ишеттерҙе. Үҙешмәкәр артистар сарала ҡатнашыусыларға байрам кәйефе бүләк итте.
Фото: contenta.info
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/416916#scroll