Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Март 2023, 07:30

Күп балалы ғаилә торлаҡҡа сертификат алды

Борай районынан Ғаязовтар ғаиләһендә - шатлыҡлы ваҡиға.

Күп балалы ғаилә торлаҡҡа сертификат алды
Күп балалы ғаилә торлаҡҡа сертификат алды

Борай районында Ғаязовтарға торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү өсөн социаль түләүгә таныҡлыҡ тапшырылды, тип хәбәр итә район хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

"Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты (национальный проект "Жилье и городская среда") сиктәрендә торлаҡ һатып алыуға йәки шәхси йорт төҙөүгә социаль түләүҙәр алыуға хоҡуҡ тураһында сертификатты хакимиәт башлығы Рушан Гәрәев тапшырған.

Йәш ғаиләләр өсөн был ярҙам сараһы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы тормошҡа ашырыла һәм дәүләт программаһының “Торлаҡ һәм торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе түләүҙә граждандарға дәүләт ярҙамы күрһәтеү" маҡсатлы ведомство программаһы сараларына инә.

Ғаязовтарҙың әйтеүенсә, бындай ярҙам, айырыуса күп балалы ғаиләләр өсөн бик мөһим. Уларға күпмелер ваҡыт көтөргә тура килгән, әммә был уға лайыҡлы. Ирле-ҡатынлы сертификатты нисек тотонорға хәл иткән дә инде.

Хакимиәт башлығы өй туйлаясаҡ ғаиләне мөһим ваҡиға менән ҡотланы, уларға бәхет, һаулыҡ теләне. “Йортоғоҙҙа һәр ваҡыт тыныслыҡ, именлек, шатлыҡ хөкөм һөрһөн", – тине Рушан Гәрәев.

Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп бурысы – урта хәлдәге ғаиләләрҙе арзан торлаҡ менән тәьмин итеү, уларға ипотека кредитын файҙаланып торлаҡ һатып алыу йәки төҙөү мөмкинлеге биреү. Шулай уҡ торлаҡ төҙөлөшө күләмен арттырыу, ҡала мөхитенең уңайлылығын күтәреү, граждандарҙың уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙа туранан-тура ҡатнашыу механизмын булдырыу, йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү.

Фото: ashzori.ru

Автор:Рузилә Иҫәнбаева
Читайте нас: