Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл Башҡортостанда химия, файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу һәм машиналар эшләү тармаҡтарына ҡараған колледждарҙа өс белем биреү-етештереү кластеры ойошторола. Был уҡыу йорттары студенттары юғары квалификациялы белгес булып сыҡҡас, төбәктең һәм илдең алдынғы предприятиеларына эшкә урынлашыу мөмкинлегенә эйә.
"Кластерҙар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының (национальный проект “Образование”) “Профессионалитет” федераль проекты нигеҙендә Стәрлетамаҡ һәм Учалы ҡалаларында асыла. Был эшкә федераль бюджеттан 300 миллион һум йәлеп ителде. Башҡортостан Хөкүмәте һәм республика предприятиелары ла ошо уҡ күләмдә аҡса бүлә", – тине республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин.
Федераль ҡаҙнала бындай кластерҙарға булышлыҡ итеү өсөн йыл һайын 11 миллиард һум самаһы аҡса ҡаралған. Уға колледждар уҡыу ҡорамалдары һатып ала һәм эш биреүселәр менән бергә белем биреү программаларын әҙерләй ала. Финанслауҙың бер өлөшөн эш биреүселәр кластерҙарҙы үҫтереүгә үҙҙәре йүнәлтә.
Дәүләт ярҙамы алыуға ғаризаларҙы төбәктәр, шулай уҡ һөнәри белем биреү учреждениелары эшмәкәрлеген көйләгән федераль башҡарма власть органдары ебәрә. Субсидия иһә Мәғариф министрлығы үткәргән конкурс һөҙөмтәләре буйынса тапшырыла.
Фото: vk.com/wall-140739825_63989