Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Март 2023, 07:00

Дөйөм иҡтисади һөҙөмтә – 1,5 миллиард һумдан ашыу

Әле милли проектта 150 предприятие ҡатнаша.

Дөйөм иҡтисади һөҙөмтә – 1,5 миллиард һумдан ашыу
Дөйөм иҡтисади һөҙөмтә – 1,5 миллиард һумдан ашыу

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты (национальный проект “Производительность труда”) тормошҡа ашырыла башлағандан (2018 йылдан) алып пилот этабын тамамлаған 104 компания 1,5 миллиард һумдан ашыу дөйөм иҡтисади һөҙөмтәгә өлгәште.

– "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектында ҡатнашыусылар һаҡсыл етештереү алымдарын ғәмәлгә индереү иҫәбенә шәхси иҡтисади һөҙөмтә алды: берәүҙәре матди ресурстарҙы һәм сығымдарҙы экономияланы, икенселәре сауҙаны арттырҙы йәки туплаған аҡсаны үҫешкә йүнәлтте. Тимәк, проект иң әүҙем дәртләндереү сараларының береһен тәшкил итә, – тине республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Әле милли проектта 150 предприятие ҡатнаша. Уны 2024 йылда тамамлау планлаштырылһа, хәҙер иһә 2030 йылға тиклем оҙайтыу мөмкинлеге ҡарала. Милли проектта ҡатнашыусы предприятиеларҙа эш-ғәмәлдәрҙең оҙайлылығы 38 процентҡа кәмей, етештереү 51 процентҡа арта.

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: