Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Март 2023, 09:00

Күрһәткестәр арттырып үтәлгән

“Йәшел ҡалҡан”ды уттан һаҡлау буйынса тәүге биш төбәк иҫәбендәбеҙ.

Күрһәткестәр арттырып үтәлгән
Күрһәткестәр арттырып үтәлгән

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2022 йылда Башҡортостан урман янғындары майҙанын кәметеүгә өлгәште. Төбәк “йәшел ҡалҡан”ды уттан һаҡлау буйынса эштең йылдамлығы һәм сифаты буйынса тәүге биш төбәк иҫәбенә инде.

Республика Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының (национальный проект “Экология”) “Урманды һаҡлау” федераль проектына ярашлы әүҙем эш алып бара. Мәҫәлән, төбәктә урмандың кәмеүе менән уны тулыландырыу араһындағы тигеҙлек 128 процент тәшкил итте, ә план буйынса был күрһәткес 97,5 процент булырға тейеш ине.

Өфөлә Волга буйы федераль округында урман мөнәсәбәттәре өлкәһендә тапшырылған вәкәләттәрҙе үтәү һөҙөмтәлелегенә арналған кәңәшмәлә ошондай мәғлүмәт менән таныштырҙылар. Сарала былтыр округ төбәктәрендә урманды һаҡлау һәм тергеҙеү йәһәтенән башҡарылған эш һөҙөмтәләре, урманда янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү проблемалары, ошо тармаҡ өсөн кадрҙар әҙерләү мәсьәләләре тикшерелде.

“Урманды тергеҙеү – беҙҙең эшмәкәрлектең мөһим аспекты. Мәҫәлән, Башҡортостан “йәшел ҡалҡан”ды тулыландырыу буйынса планды арттырып үтәгән. Өҫтәүенә бында ҡарағай, шыршы кеүек ғәҙәти ағас тоҡомдарын ғына түгел, йүкәне лә күпләп ултырталар. Был ағас урманға ла, төбәк иҡтисадына ла яҡшы йоғонто яһай. Һүҙем бал етештереүселәр хаҡында. Уларҙың һөҙөмтәләре бик яҡшы”, – тине Федераль урман хужалығы агентлығы етәксеһе Иван Советников.

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: