Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Март 2023, 12:30

Яңы ФАП 424 кешене хеҙмәтләндерәсәк

Төрөмбәт ауылында медицина пункты төҙөйҙәр.

Яңы ФАП 424 кешене хеҙмәтләндерәсәк
Яңы ФАП 424 кешене хеҙмәтләндерәсәк

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының (национальный проект “Здравоохранение”) “Тәүге медицина-санитария ярҙамын үҫтереү” программаһына ярашлы Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында фельдшер-акушерлыҡ пунктының иҫке бинаһы урынына яңы модулле медицина пункты һалына.

Әле ваҡытта урындағы халыҡтың әүҙем ярҙамы һәм Төрөмбәт ауыл Советы хакимиәте ҡатнашлығында иҫке бинаны һүтеү һәм төҙөлөш өсөн биләмә әҙерләү буйынса эш алып барыла. Яҡын арала төҙөлөштөң беренсе этабы башлана, бина нигеҙенә свай ҡағалар.

– Был районда һуңғы йылдарҙа төҙөлгән алтынсы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты. Яңы бина йылылыҡ һәм һыу менән тәьмин ителәсәк. Медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн уны тейешле медицина ҡорамалдары менән дә йыһазландыралар. Фельдшер-акушерлыҡ пункты өлкәндәрҙе лә, балаларҙы ла – бөтәһе 424 кешене хеҙмәтләндерәсәк, – тине Талбазы үҙәк район дауаханаһының баш табибы Роберт Иштуков.

Әйткәндәй, быйыл Башҡортостанда 75 яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты асыу күҙаллана.

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: Контента | Инфоповод (contenta.info)

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: