Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә быйыл 100-сө сабый тыуыуы тураһында акт теркәлде. Айҙар Әхәт улы һәм Эльвина Рәмил ҡыҙы Хәйбуллиндарҙың ғаиләһенә йәм өҫтәп тәүге сабыйҙары - Аделина донъяға килгән.
Бәхетле ғаиләгә ЗАГС хеҙмәткәрҙәре балалары тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ менән бергә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Денис Назаровтың махсус бүләген дә тапшырған.
Йәш ата-әсә сабыйҙарын “Бала тыуыу” суперсервисы аша теркәгән.
Был сервис аша баланы ЗАГС бүлегенә бармайынса ла яҙҙыртып була. Шулай уҡ СНИЛС, мотлаҡ медицина страховкаһы һанлы полисын, әсәлек капиталын, бала тыуыуға бәйле пособие һәм льготаларҙы юлларға мөмкин. Электрон рәүештә ғаризалар яҙып хеҙмәттәр алырға була. Мәҫәлән, яңы тыуған баланы йәшәү урынында теркәү, поликлиникаға беркетеү, Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы аша тыуыу тураһында таныҡлыҡ юллап, уны теләгән ЗАГС органына теләгән ваҡытта барып ҡағыҙ рәүешендә ала алаһығыҙ.
Ишле ғаиләләрҙе хәстәрләү буйынса эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Демография” милли проекты (национальный проект "Демография") нигеҙендә атҡарыла.
Фото: Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге.