Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Март 2023, 11:00

Учалы китапханаһы яңы проектта ҡатнаша

Конкурс нигеҙендә 101 китапхана һайлап алынған.

Учалы китапханаһы яңы проектта ҡатнаша
Учалы китапханаһы яңы проектта ҡатнаша

Учалы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы Учалының үҙәк район китапханаһына капиталь ремонт үткәрелгән, йыһаз, яңы китаптар һатып алынған.

Әле учреждение өлгәшелгәндәр менән сикләнеп ҡалмай, башҡа программаларҙа, шул иҫәптән “Гений места” проектында ҡатнаша. Мәғлүм булыуынса, был проект илдең Мәҙәниәт министрлығы һәм Рәсәй дәүләт китапханаһы тарафынан тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты – китапханаларҙа таланттарҙы туплау юлы менән төбәктәрҙә ижади индустрияны яңы кимәлгә сығарыу. Проект үҫмерҙәргә һәм йәштәргә һөнәр һайлауҙа ярҙам итә, ә өлкәндәргә иһә белемде камиллаштырыу, оҫталыҡ туплау мөмкинлеге бирә.

2022 йылда конкурс йомғаҡтары буйынса 101 китапхана, шул иҫәптән Учалы районының үҙәк район модель китапханаһы ла һайлап алынды. Ошо көндәрҙә “Гений места” проекты нигеҙендә йәш журналистар өсөн сағыу сара уҙғарылды. Унда Учалы ауылы башҡорт гимназияһының өлкән класс уҡыусылары ла саҡырылды. Балалар журналист һөнәре менән танышты.

Фото: contenta.info

Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/416170#scroll

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: