Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Өфөлә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (национальный проект “Жилье и городская среда”) ярашлы Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрын реконструкциялау һәм уның иҫке бинаһына дүрт ҡатлы төкәтмә төҙөү дауам итә.
Әле төҙөлөш майҙансығында 100-гә яҡын кеше, биш берәмек техника эшләй. Төкәтмә һалынып бөткән. Объектта биҙәү эштәре, эске инженерлыҡ коммуникацияларын монтажлау бара. Ҡыйыҡты ябыу, тышҡы инженерлыҡ селтәрҙәрен һуҙыу тамамланып килә.
Мәғлүм булыуынса, ҡурсаҡ театры Өфөнөң 2024 йылда билдәләнгән 450 йыллығына әҙерлек нигеҙендә яңыртыла. Реконструкциянан һуң театрҙың 300 урынлыҡ ҙур һәм 135 урынлыҡ бәләкәй тамаша залы буласаҡ. Төкәтмә бинаһында иһә 25 урынлыҡ конференция, репетиция залдары, художество һәм тегеү оҫтаханалары, реквизитор, костюм бүлмәләре, тренажер залы урынлашасаҡ. Подвалда ағас эше һәм слесарлыҡ оҫтаханалары, гардероб һәм тауыш яҙҙырыу студияһы эшләйәсәк. Театрҙың үҙенең ҡурсаҡ музейы, интерактив студиялары, театр кафеһы, гаражы буласаҡ.
Проект “Әкиәт” скверын һәм эргәләге биләмәне төҙөкләндереүҙе лә күҙ уңында тота.
Фото: contenta.info