Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Март 2023, 13:15

Бында аңлы балалар үҫә

Экодәрестәр үҫеп килгән быуындың экологик мәҙәниәтен арттырыуға йүнәлтелә

Бында аңлы балалар үҫә
Бында аңлы балалар үҫә

Ейәнсура районы Таҙлар ауылы мәктәбенең 9-11 класс уҡыусыларына тәбиғәтте һаҡлауҙың мөһимлеге хаҡында һөйләнеләр, тип хәбәр иттеләр республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан. Сара “Экология” милли проекты маҡсаттарына ярашлы уҙҙы.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Сибай территориаль комитеты баш белгес-эксперты Хөрмәт Исмәғилев планетабыҙҙы таҙалыҡта һәм тәртиптә тотоу, ҡалдыҡтарҙы дөрөҫ бүлеү һәм сүп-сарҙы айырым йыйыу кәрәклеге хаҡында һөйләне. Шулай уҡ әңгәмә барышында экологик проблемалар менән көрәшеү алымдары ла телгә алынды.

“Был таҙа һәм экологик киләсәккә үҙенсәлекле инвестиция. Ошо шөғөлдәр һөҙөмтәһендә аңлы ҡулланыусылар быуыны үҫеп килә. Дәрестәрҙең маҡсаты – үҫеп килгән быуындың экологик мәҙәниәтен арттырыу”, – тине Хөрмәт Исмәғилев.

Экодәрес аҙағында уҡытыусылар осрашыуҙың уңышлы үтеүен билдәләне. Өлкән класс уҡыусылары белгес менән ихлас аралашты, уға һорауҙар бирҙе һәм тәбиғәтте һаҡлау эшенә индергән өлөшө хаҡында һөйләне.

“Экология” милли проекты ҡалдыҡтар менән эш итеү һөҙөмтәлелеген арттырыуға, ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһының бысраныу кимәлен кәметеүгә, шулай уҡ Рәсәйҙең уникаль флораһын һәм фаунаһын һаҡлауға йүнәлтелгән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путин тәҡдим иткән милли проекттар 2019 йылда тормошҡа ашырыла башланы.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: Ейәнсура районы хакмиәте.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: