Ҡыйғы районының Ибрай ауылы халҡына ике тапҡыр уңыш йылмайҙы. Улар ике төбәк проектында ҡатнашты. 2022 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына (национальный проект “Культура”) ярашлы Ибрай ауыл мәҙәниәт йортонда 18 миллион 311 мең 520 һумлыҡ капиталь ремонт яһалған.
Ҡыйғы районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, капиталь төҙөкләндереү барышында бинаның тышы яңыртылған, ҡыйығы, тәҙрә һәм ишектәр, инженерлыҡ коммуникациялары, йылытыу һәм һыу менән тәьмин итеү системаһы алмаштырылған, санузелдар йыһазландырылған, электр монтажлау һәм яҡтыртыу эштәре башҡарылған, эргәһендәге биләмә тәртипкә килтерелгән.
Быйыл “Йәнтөйәк мәҙәниәте” проектына ярашлы матди-техник базаны үҫтереү һәм нығытыу өсөн алты миллион 310 мең һумлыҡ субсидия алынған. Был аҡсаға ойоштороу техникаһы, тауыш ҡорамалы, йыһаз һатып алыу күҙаллана. Шулай уҡ “Урындағы мәҙәниәт йорто” проекты нигеҙендә райондың мәҙәни-ял учреждениелары өсөн ике миллион 400 мең һум күләмендә аҡса бүлеү, уға Абзай, Вәҡийәр, Дүшәмбикә, Кандаковка ауыл мәҙәниәт йорттарының матди-техник базаһын нығытыу планлаштырыла.
Фото: contenta.info
Сығанаҡ: https://contenta.info/press_releases/419333#scroll