Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Март 2023, 15:30

Мәскәү проспекты менән сиктәш

Ә был биҫтәнең ҡала өсөн әһәмиәте бик ҙур

Мәскәү проспекты менән сиктәш
Мәскәү проспекты менән сиктәш

Октябрьский ҡалаһында, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите милли проектының (национальный проект “Жилье и городская среда”) “Стимул” федераль программаһына ярашлы, 33-сө биҫтә өсөн инженер инфраструктураһы объекттары – энергия үҙәге, торлаҡ һәм урамдар төҙөлөшө бара. Объекттар 2023 йылдың декабрендә файҙаланыуға тапшырыла, тип планлаштырылған. Төҙөлөштөң дөйөм хаҡы 500 миллион һум тирәһе тәшкил итә, тип хәбәр итте республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының матбуғат хеҙмәте.

- Октябрьскийҙағы яңы энергия үҙәге төҙөлөшө айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки йылылыҡ һәм кәрәкле инфраструктура менән тәьмин итеү яңы торлаҡ райондарҙы файҙаланыуға тапшырыу мөмкинлеген бирә, төбәк үҫешенә булышлыҡ итә, - тип хәбәр итте төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин.

Төҙөлгән биҫтә 34-се биҫтәнән көньяҡтараҡ урынлашҡан, Мәскәү проспекты һәм Парк, Шашин урамдары менән сиктәш. Әйткәндәй, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың 2018 йылдың 7 майындағы 204-се указына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Фото: building.bashkortostan.ru/presscenter/news/524487/

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: