Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Март 2023, 15:00

Был проект артабан да дауам итәсәк

Башҡортостанда 104 компанияның дөйөм иҡтисади килеме 1,5 миллиард һумға еткән.

Был проект артабан да дауам итәсәк
Был проект артабан да дауам итәсәк

“Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүллеккә ярҙам” милли проекты (национальный проект "Повышение производительности труда и поддержка занятости") тормошҡа ашырылған осорҙа (2018 йылдан алып) Башҡортостанда 104 компанияның дөйөм иҡтисади килеме 1,5 миллиард һумға еткән.

Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов хәбәр итте.

Бөгөнгә был милли проектта 150 предприятие ҡатнаша, проект 2024 йылда тамамланырға тейеш ине, әле уны 2030 йылға саҡлы оҙайтыу мөмкинлеген ҡарайҙар. Милли проектта ҡатнашҡан предприятиеларҙа, уртаса алғанда, етештереү процесы 38 процентҡа ҡыҫҡарған, эшләп сығарыу күләме 51 процентҡа артҡан, ағымдағы запас күләме 33 процентҡа кәмегән.

Билдәле булыуынса, милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырыла. Ул илдең барлыҡ тармаҡтарын үҫтереүгә, замансалаштырыуға, йәшәү кимәлен яҡшыртыуға, халыҡтың именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: