Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Март 2023, 15:30

Халыҡ үҙе теләк белдергән

Үрге Тәтешле ауылында ниндәй биләмә төҙөлә?

Халыҡ үҙе теләк белдергән
Халыҡ үҙе теләк белдергән

Быйыл Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылында йәйәү йөрөү, ял һәм спорт менән шөғөлләнеү биләмәһе барлыҡҡа киләсәк.

Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының (национальный проект "Жилье и городская среда") уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса федераль программаһына ярашлы мөмкин булды.

Үрге Тәтешлелә “Йәйәүлеләр һәм велосипед юлдарын төҙөкләндереү” проекты ла тормошҡа ашырыла. Әле подряд ойошмаһына конкурс иғлан ителгән.

Ял итеү өсөн берҙәм биләмә булдырыуҙы урындағы халыҡ үҙе тәҡдим итте. Бында, йәйәү йөрөү юлдарына ямпа түшәүҙән тыш, тирә-яҡты яҡтыртыу һәм эскәмйәләр ҙә эшләнәсәк.

Билдәле булыуынса, милли проекттар илдең барлыҡ тармаҡтарын үҫтереүгә, замансалаштырыуға, йәшәү кимәлен яҡшыртыуға, халыҡтың именлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты кешеләргә тормош көтөүҙә, ялын ойоштороуҙа уңайлыҡтар тыуҙырыу йәһәтенән айырыуса мөһим. Был башланғысҡа ярашлы, республикала күп эш башҡарыла.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: