Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Март 2023, 14:30

Илдәге эске маршруттарҙы үҫтереү өсөн

Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин яңы ҡарарға ҡул ҡуйҙы.

Илдәге эске маршруттарҙы үҫтереү өсөн
Илдәге эске маршруттарҙы үҫтереү өсөн

2023–2024 йылдарҙа Рәсәйҙең эске маршруттары буйынса турҙар пакетының хаҡын арзанайтыу сараларына ярты миллиард һум йүнәлтеләсәк. Был туралағы ҡарарға ошо көндәрҙә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.

Һүҙ ил буйлап чартер рейстары ойошторған туроператорҙарға ярҙам программаһы тураһында бара. Быйыл ошо маҡсатҡа ҡаҙнанан 250 миллион һум бүленәсәк. Киләһе йылда ла ошондай уҡ сумма ҡаралған.

Ил Хөкүмәте был программаны 2021 йылдан алып “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты (национальный проект "Туризм и индустрия гостеприимства") сиктәрендә тормошҡа ашыра. Былтыр ошо проектта 70 төбәк ҡатнашты. Программа 2024 йылға тиклем дауам итәсәк.

Билдәле булыуынса, милли проекттар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылды. Улар илдең барлыҡ тармаҡтарын үҫтереүгә йүнәлтелгән. "Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы" милли проекты үҙебеҙҙә туризмды киң йәйелдереүгә, яңы урындарҙы асыуға, тәбиғәтебеҙҙе һаҡлауға булышлыҡ итәсәк, ти ошо өлкә белгестәре. 

Фото: “Башинформ”.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: