Бөрө районының бизнес-шәрифе Юлия Чурилова белдереүенсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проекты буйынса (национальный проект “Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы”) районда маҡсатлы эш алып барыла.
2022 йылда әсәле-ҡыҙлы Наталья һәм Диана Бочкаревалар "Эшҡыуарлыҡ сәғәте"нә тегеү производствоһын үҫтереү проекты менән мөрәжәғәт иткән.
- Проектты хупланыҡ, ә уны үҫтереү өсөн эшҡыуарҙарға Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүсе республика үҙәге филиалы аша дәүләт программаһын тәҡдим иттек һәм субсидия алыу өсөн документтар әҙерләүҙә ярҙам күрһәттек. Субсидия аҡсаһына Наталья һәм Диана тегеү ҡорамалдары һәм кәрәкле материалдар һатып алды. Шул рәүешле Бөрөлә уникаль "Модалы Лаборатория" тегеү коворкингы барлыҡҡа килде, - ти Юлия Чурилова.
Тегеү коворкинг территорияһына килеп эләккәс тә, ижади мөхиткә сумаһың, һәм тегеү техникаһы таныш булмағандарға ла бында уларҙы таныу бик еңел. Коворкингта тегеү ҡорамалдары, биҙәүестәр менән файҙаланырға, махсус машиналарҙа сигергә, теләһә ниндәй әйбергә шәхси принттар уйлап табырға мөмкин. Быларҙың барыһы ла оҫталар етәкселегендә тормошҡа ашырыла.
Был сараларҙың барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" (национальный проект "Малое и среднее предпринимательство и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") милли проектына ярашлы атҡарыла.
Фото: Радий Хәбировтың бизнес менән аралашыу төркөмө.